Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
14 Май 2021, 22:25

Һәр йыр, һәр бейеү күңелдәргә үтеп инде

Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында Балалар сәнғәт мәктәбенең “Беҙҙең ваҡыт” тип аталған отчет концерты гөрләп үтте. Унда мәктәптең төрлө бүлектәрендә уҡыған балалар һәм уҡытыусылар үҙҙәре ҡатнашып, һәр яҡтан һәләттәрен күрһәтте.

Зал балаларҙың сығыштарын ҡарарға килгән ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар менән шығрым тулы ине. Концертты йөкмәткеле итеп Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов менән уның урынбаҫары Лилиә Нуртдинова алып барҙы.
Быйылғы концерт йәнлелеге менән айырылып торҙо, сәхнәнән башҡарылған һәр йыр, һәр бейеү күңелдәргә үтеп инде. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа дәртле бейеүҙәре, матур йырҙары менән һоҡландырҙы, һәр сығыш алҡыштарға күмелде. 20-енән артыҡ номер ингән концерт бер тында үтте. Бигерәк тә Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына, күптән түгел ваҡытһыҙ мәрхүм булған район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихинға бағышланған йырҙарҙы тыңлағанда ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәш тулды. Олеся һәм Марат Аширкаевтар Ришат Марат улына арнап яҙылған йырҙарын башҡарғандан һуң Риваль Ринат улы Гөлназ Дихинаға тормош иптәшенең портретын һәм иҫтәлекле значокты бүләк итте.
Концерт күмәк йыр һәм күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Фойела тамашасылар иғтибарына һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыған балаларҙың бай ижади эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: