Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Апрель 2021, 10:05

Китаптар аша йондоҙҙарға юл алып

Быйыл "Китапхана төнө-2021" Бөтә Рәсәй акцияһы Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр космосҡа осоуына 60 йыл тулыуға һәм Фән һәм технологиялар йылына арналды. Акцияның юбилей йылы темаһы "Китаптар — йондоҙҙарға юл" девизы аҫтында ойошторолдо. Был йәһәттән Солтанай ауыл китапханаһында ла фәһемле сара үтте.

Китапхананың баш китапханасыһы Лилиә Маҙһар ҡыҙы Сәмиғуллина балалар менән “Йыһанға сәйәхәт” исемле сара үткәрҙе. Малайҙар һәм ҡыҙҙар космос, беренсе космонавт Юрий Гагарин, космосҡа осоусы эттәр Белка һәм Стрелка тураһында мәғлүмәт алғандан һуң йыһан буйлап сәйәхәт ҡылды. Улар “Космос” планетаһында йомаҡтар систе, “Йондоҙсоҡтар”ҙа һүҙҙәр төҙөнө, кроссвордтар систе. Мауыҡтырғыс сәйәхәттән һуң балалар ошо темаға һүрәттәр төшөрҙө.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.
Читайте нас: