Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
19 Апрель 2021, 22:30

Кескәйҙәр ҙә байрамда ҡатнашты

Асҡын ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Тамсыҡай” төркөмөндә лә Милли кейем көнө йәнле һәм фәһемле үтте.

Балаларға республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙең милли кейеме тураһында тәрбиәсе Алия Равил ҡыҙы Ғәлиева бай мәғлүмәт бирҙе. Байрам алдынан тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева әсәйҙәр менән балалар өсөн матур итеп милли кейемдәр текте. Тәрбиәләнеүселәр был көндө өйрәнгән бейеүҙәрен башҡарҙы, уйындар уйнаны, байрамдың әһәмиәтен аңланы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: