Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
9 Ғинуар 2021, 22:50

“Тылсымлы һандыҡ”

Петропавловка ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы Миңшәйехова каникул ваҡытында көн дә балалар менән ҡыҙыҡлы саралар үткәрә. Бөгөн ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары өсөн сюрприздар көнө булды.

— “Тылсымлы һандыҡ” — балаларҙың яратҡан уйыны. Бөгөн улар ауыл буйлап йүгереп, уйнап, күңел асып ҡына ҡалманы, зирәклектә, отҡорлоҡта ла ярышты. Балалар биремдәрҙе үтәгән ваҡытта уҡыған әҙәби китаптары буйынса белемдәрен күрһәтте. Хәҙер балалар бик китап уҡыуға тартылып бармай. Ә бына ошондай мауыҡтырғыс уйындар үткәреү был юҫыҡта бик отошло. Бөгөн улар китаптың кеше тормошондағы фәһемле ролен тағы ла бер тапҡыр аңланы һәм китапхана менән дуҫлыҡты өҙмәҫкә кәрәклегенә инанды, — ти тәжрибәле китапханасы Рина Муллахан ҡыҙы.
Читайте нас: