Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
7 Ғинуар 2021, 17:50

Упҡанкүл балаларының каникулы күңелле үтә

Ҡышҡы каникул — балаларҙың иң яратҡан ялының береһе. Саф һауала саңғыла, шыуғалаҡта тимер аяҡта йөрөргә, хәрәкәтле уйындар уйнарға, тауҙан шыуырға мөмкин. Упҡанкүл ауылы балалары ла ошо Яңы йыл көндәрен күңелле һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы үткәрә.

Шат ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Зөбәржәт Ғәфиф ҡыҙы Әминева көн дә төрлө күңелле саралар ойоштора. Улар йыйылышып әкиәттәр ҙә уҡый, уйындар уйнай, тауҙан рәхәтләнеп тюбингыла шыуа, саңғыла ярыша. Сараларҙа ата-әсәләрҙең дә ихлас ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәй.
Афарин, упҡанкүлдәр!
Илһөйәр Махатова.
Зөбәржәт Әминева фотолары.
Читайте нас: