Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
2 Ғинуар 2021, 21:15

Байрам кәйефе бүләк иттеләр

Солтанайҙар ҙа Яңы йыл байрамын күтәренке рухта ҡаршыланы

Барса халыҡ Яңы йылды ҡаршы алғанда Солтанай мәҙәниәт йортонда ла йыл да матур байрам ойошторола. Быйыл пандемияға бәйле сара мәҙәниәт йорто янында саф һауала үткәрелде. Бирегә ололар ҙа, балалар ҙа күмәк йыйылды. Күрше Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдарынан да байрам күрергә килгәйнеләр.
Байрамға йыйылыусыларҙы мәҙәниәт йортонда саралар ойоштороусы Фидания Шәйхетдинова сәләмләп, яҡшы кәйеф, Яңы йылда шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булыуын теләне. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев йылдың ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, барыбыҙҙы ла алда уңыштар, яҡшылыҡтар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә көтөп торһон тип, солтанайҙарға изге теләктәрен еткерҙе. Шул арала байрамға ҡыңғыраулы атта Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп етеп, ихлас теләктәргә ҡушылды. Байрам уйын-көлкө, йыр-моң менән дауам итте. Ололар ҙа, балалар ҙа уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: