Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
15 Сентябрь 2020, 11:46

Балтас таланттары – “Ирәндек моңдары”нда

Райондың талантлы йырсылары республика вокал конкурстарында йыл һайын әүҙем ҡатнашып, төрлө дәрәжәлә еңеүҙәр яулап килә. Сибай ҡалаһында уҙған “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар төбәк-ара конкурсында Рәзидә Әхмәтова, Амалия Ғәйниәхмәтова, Айрина Мәхийәнова уңышлы сығыш яһаны.

Рәзидә Әхмәтова республикала күптән башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башкарыусы булараҡ танылды. Ул – “Оҙон көй-2009” төбәк-ара конкурсының Гран-при эйәһе, “Йәш тауыштар”, “Юлдаш йыры”, “Ике аҡҡош” республика, “Йырау” төбәк-ара конкурстары лауреаты. Әлеге бәйгенең беренсе турына Рәзидә Ғәйнетдин ҡыҙы “Тәфтиләү” башҡорт халыҡ йырын акапелла башҡарып, видеотаҫмаға төшөрөп ебәрҙе. Икенсе тур Сибайҙа булды. Рәзидә Әхмәтова ҡурай оҙатыуында – “Һакмар-һыу”, баян һәм ҡурай оҙатыуында “Уйыл” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. “Халыҡ йырҙарына тоғролоҡ” номинацияһында еңеү яуланы ул. Яңы ғына тағы ла бер ҡаҙанышы менән ҡыуандырҙы Рәзидә: “Инсайт-2020” IV халыҡ-ара өлкәндәр һәм балалар ижады фестивалендә Наил Ғәлләмовтың баян моңдары оҙатыуында “Һандуғас” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, “Ирәндек моңдары”нда Рәзидәнең уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты: ике йөҙҙән ашыу бәйгесе араһынан икенсе турға үтеүселәр рәтендә Зөфәр Хәбиров, Булат Хәсәнов, Данис Ғайфуллин, Айгиз Хәйҙәршин һәм Гөлназ Шәрифуллина бар ине. Улар өсөн был конкурста ҡатнашыу үҙе бер тәжрибә мәктәбе булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәеваның уҡыусылары “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны. Амалия Ғәйниәхмәтова Балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегендә бишенсе йыл шөғөлләнә һәм шаҡтай тәжрибә тупланы. Уның еңеүҙәре лә бихисап. Әлеге конкурста Амалия “Сыңрау торна” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, “Өмөт” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Айрина Мәхийәнова иһә Рая Мәснәүи ҡыҙы етәкселегендә вокал серҙәренә икенсе генә йыл өйрәнеүенә ҡарамаҫтан, “Ай, Уралым” ҡобайырын оҫта башҡарып, бәйге дипломанты булды. Балтастың кес кенә йырсы-йондоҙсоғо Амалия Ғәйниәхмәтова яңы ғына “Сулпылар” телевизион конкурсының финалына үтеп, унда Гүзәл Зарипованың “Балалар тауышы” тигән йыры менән бик матур сығыш яһаны. Вокал уҡытыусылары һәм уларҙың талантлы уҡыусылары артабан да Балтасты ҙур конкурс һәм фестивалдәрҙең сәхнәләрендә данлар, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: