— 16 майҙа киске сәғәт 6-ла республикабыҙҙың башҡа музейҙары менән бер рәттән беҙ ҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә өс тема буйынса ҡыҙыҡлы һәм фәһемле материалдар тәҡдим иттек. Беренсеһе — «Хәтер һәм дан кисе» Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Райондаштарыбыҙ һәм ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы атай-олатайҙары, туғандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре тураһында видеоматериал әҙерләп ебәрҙе.
«Музейға рәхим итегеҙ!» тигәнендә музей тарихы, ундағы экспонаттар хаҡында үҙем һөйләнем. Беҙҙең музей ремонтҡа ябылыу сәбәпле, онлайн-экскурсия үткәрә алманыҡ.