Йәнтөйәк
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
8 Февраля 2020, 10:25

Штандарт юлын дауам итә

Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе эстафетаны Ключи ауыл биләмәһенә тапшырҙы.


“Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотры сиктәрендә кисә “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Ҡарткиҫәк ауылында “Килен төшөрөү һәм һыу юлы күрһәтеү” йолаһын ҙур ойошҡанлыҡ менән күрһәттеләр.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы сәхнәләштереп, ҡарткиҫәктәр тағы ла бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәмлеге, һәләттәре, кейемдәре, халыҡ ижадына булған һаҡсыл ҡараш һәм һөйөүҙәре менән барыһын да һоҡландырҙы.
Штандартты тантаналы шарттарҙа Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы Миңлемөхәмәтов Ключи ауыл биләмәһе башлығы Михаил Петрович Селянинға тапшырҙы.
Шулай итеп, Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған “Тере шишмәләр” халыҡ ижады район фестиваль-смотры штандарты ауылдар буйлап юлын дауам итә.
Наилә Имаева.
Зимфира Нартдинова фотолары.
Читайте нас