Һуңғы ваҡытта мәҙәниәт усаҡтарында көн дә ниндәй ҙә булһа саралар ойоштороп, халыҡты ихлас аралашыуға, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөүгә, тарихыбыҙҙы барлауға, шәжәрәләребеҙҙе өйрәнеүгә йәлеп итеү – бик кәрәкле, фәһемле эш. Солтанбәктәр ҙә ошо йүнәлештә эште йәнләндереү өсөн тырыша. Мәҙәниәт йортонда балалар менән дә, ололар менән дә төрлө саралар үткәрәләр.
Кисә улар киске уйынға йыйыла. Иң оло ҡатнашыусы 70-те тултырған булһа, йәшенә-35! Апайҙар йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, үҙҙәре уйнаған уйындарҙы йәштәргә һөйләп, бергәләп уйнайҙар, бейейҙәр. Артабан табын ҡороп, сәй эсеп, һәр кем тәьҫораттары менән бүлешә. Республикабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға әҙерләнгәндә, солтанбәктәр ҙә халҡыбыҙ ижадын, йолаларҙы тергеҙергә, өйрәнергә дәртләнеп, фекерҙәре менән бүлешә. Бер нисә сәғәткә донъя мәшәҡәттәренән айырылып, Интернет селтәренән башҡа ла бик күңелле итеп бергәләп ваҡытты уҙҙырып була икән, тигән уйҙар менән тағы ла осрашыу теләге менән таралыша солтанбәктәр.