Ҡышҡы каникул ваҡытында балалар өсөн бик күп саралар үткәрелә. Шуларҙың береһе кисә Солтанбәк мәҙәниәт йортонда ойошторола. III-VI класс уҡыусылары өсөн мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре ял программаһы әҙерләй. Уҡыусылар менән бергәләп төрлө уйындар уйнап, Шыршы тирәләй йырлап-бейеп, ваҡытты күңелле һәм файҙалы үткәрәләр. Күстәнәстәр тейәгән Ҡыш бабайҙың да сараға килеүе балалар өсөн сикһеҙ ҡыуаныс була. Бергәләп фотоға төшөп, һәләттәрен күрһәтеп, күстәнәстәр алып ҡыуана байрамда ҡатнашыусылар.
“Бындай сараларҙың төп маҡсаты – балаларҙы Интернет селтәренән аҙға ғына булһа ла айырып алып, үҙебеҙҙең йылы мөнәсәбәтте, иғтибарҙы күрһәтеү, төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнатып, күңелдәрен күтәреү, ижад аша аралашыу, улар менән тағы ла яҡынданыраҡ дуҫлашыу. Шуға күрә, беҙ ошондай осрашыуҙарҙы йышырыҡ үткәрергә тырышабыҙ. Каникул аҙағына тиклем балалар өсөн төрлө саралар планлаштырғанбыҙ", - тине ауыл мәҙәниәт йорто директоры Ралиф Муллаянов.