Йәнтөйәк
+24 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
24 Декабрь 2019, 00:40

Солтанбәктәр уйҙар диңгеҙенә алып инә

Солтанбәк мәктәбе коллективы Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” спектаклен сәхнәләштерә.Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Мәғариф учреждениелары араһында Театр йылына, республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап ойошторолған үҙешмәкәр театр коллективтарының район фестиваль-конкурсы сиктәрендә бөгөн Солтанбәк мәктәбе коллективы тамашасы хөкөмөнә Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” спектаклен тәҡдим итә.
«Ай булмаһа, йондоҙ бар» ҡатмарлы әҫәр. Хәл-ваҡиғалар тормоштан алынған, фәлсәфә көслө. Бында мөхәббәт тарихы ла, мал бүлешеү, әхлаҡһыҙлыҡ та, кеше бәхетен күпһенеү ҙә, ҡатын-ҡыҙҙың ихтыяр көсө лә, ирҙәрҙең көсһөҙлөгө лә сағылыш тапҡан.
Мәдинәне илатыу – авторҙың төп маҡсаты. “Әгәр мин иламаһам...” – ана шулай ҡарыша Мәдинә. Автор менән ике аралағы бәхәс төп иғтибарҙы йәлеп итә. Һынау артынан һынау ҡабатлана... Башта әсәһе үлә. Автор уны илатыу өсөн яратҡан кешеһе менән айыра, берҙән-бер ҡыҙы үлә, аҙаҡ килеп Мәдинәнең күҙе һуҡырая...
Туфан Миңнуллиндың әйтергә теләгән фекерҙәрен Һәүәҫкәр артистар-уҡытыусылар тамашасыға түкмәй-сәсмәй еткерә ала. Мәдинә ролен Лилиә Миңлеғәлиева, Мирзанурҙы – Ралиф Муллаянов, Хәмидәне – Рәүзиә Суфиянова, Анияны – Фәйрүзә Фаһаманова, Разияны – Элина Исламова, Исхаҡты – Нурғаяз Муллаянов, Авторҙы – Сабирә Ғилманшина, Талиәне Регина Насырова оҫта уйнауы менән барыһын да һоҡландыра, уйландыра, кисерештәр өйөрмәһенә сорнай.
Мәдинә – киң образ. Ул ярҙамсыл да, эскерһеҙ ҙә, көслө рухлы ла. Ул бик үҙ һүҙле кеше. Лилиә Зайнулла ҡыҙы башҡарған роле тураһында бына нимәләр тине: Роль бик ауыр. Тамашасыға әҫәрҙәге тәрән мәғәнәне еткерә алырмынмы, тигән һорау тынғылыҡ бирмәне. Спектакль барышында тамашасыларҙың күҙ йәштәрен һөртөүен һәм Мәдинә яҙмышын үҙҙәренекеләй ҡабул итеп, тәрән кисерештәргә бирелеп ҡарауҙарын күреп, маҡсатыма ирешкәнмендер, тип үҙемде йыуаттым. Хеҙмәттәштәремә рәхмәт, берҙәмлек емеше был спектакль”.

“Солтанбәк мәктәбе уҡытыусылары был спектаклде ҙур оҫталыҡ менән тормошсан итеп уйнаны. Ә бит әҫәр ауыр, ҡатмарлы. Психологик яктан да тетрәндергес. Мәдинә роле үтә лә яуаплы. Барыһы ла образдарын тулыһынса асты, сәхнәлә геройҙары тормошо менән йәшәне. Күңелдәргә үтеп инерлек булды спектакль. Залда күҙ йәштәрен һөртөүселәр әҙ булманы... Коллективтың берҙәмлеге, татыулығы ла сағылды, тип, фекерҙәре менән уртаҡлашты жюри ағзаһы, район мәғариф бүлеге методисы Флидә Вәлиәхмәтова.
Спектаклде ҡарарға килгән мәғариф ветераны Мөсәүирә Вәли ҡыҙы Имаева ла тәьҫораттары менән ихлас бүлеште: “Эмоциональ яҡтан бик көслө әҫәр. Мәдинә ролен ҙур оҫталыҡ менән уйнаусы Лилиә Миңлеғәлиеваның тормош һынауҙарына бирешмәй, мәғрүр ҡая һымаҡ көслө булыуы һоҡландырҙы. Ул бөгөлөп төшөп илар саҡта беҙ, тамашасылар, иланыҡ. Ныҡ тәьҫир итте, уйландырҙы...
Сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Розалия Факкарова, музыкаль яҡтан биҙәүсе Ралиф Муллаяновтың, Зөлфинә Сайфуллинаның тырышлығы ла юғары баһаға лайыҡ.
Жюри ағзалары билдәләүенсә, «Аһ» итеп ҡарай торған спектакль сәхнәләштерә солтанбәктәр. Әҫәргә һалынған тәрән мәғәнәне тамашасыға еткерә ала артистар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: