Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
25 Ноябрь 2019, 17:08
Фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән ғүмер юлы
Бөгөн Үтәш ауылында һоҡланғыс ғүмер юлы үткән мәғариф ветераны Рафания Хәбибрахман ҡыҙы Лоҡманованы 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйҙәр. Ошо уңайҙан уның туғаны Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова ҡотлау һүҙҙәрен шиғри юлдарға теҙгән. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса:
Рафания апайыма
90 йәшлек апайымдың
Күҙҙәре янып тора.
Һүҙгә маһир, телгә оҫта
Йылмайып көлөп тора.
90 йәште апайыма
Бирмәҫ инем һис кенә.
Үҙе бит юла кеүек
Бөтөрөлөп тора кес кенә.
90 йәшендә булһа ла
Апайым әле көсөндә.
Балаларҙы, ейәндәрҙе
Ҡаршы ала, оҙатып ҡала
Йәшәй улар өсөн дә.
Ғүмер йомғаҡтарын һүтеп
90-ға килеп еттең.
Һин беҙгә маяҡ булып,
Кәңәш-табыштар иттең.
Ҡотло булһын, апай, 90 йәшең,
Тыуған көнөң, юбилейың.
Насип булһын үткәрергә
100 йәшеңдең байрамдарын.
Наилә Имаева әҙерләне.
Читайте нас: