Икмәк барҙа, йыр ҙа булыр тигән һымаҡ,”Әсәйем бәлеше” байрамында йыр-моңға, файҙалы кәңәштәргә, шиғырҙарға, изге теләктәргә лә урын етерлек булды. Бәйгеселәр сығышы йыр-моңға ғашиҡ Рәдилә Хузина, Нәсимә Ғәлиева, Гөлсәсәк Абдуллина, Фидания Йосопова башҡарыуында әсәйҙәргә бағышланған йырҙар менән үрелеп барҙы.
Биш бала үҫтереп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр һөйгән 80 йәшлек Вәзиға апай Шәрәфисламованың яттан шиғыр һөйләүе барыһын да һоҡландырҙы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул мәктәп йылдарында ятлаған шиғырын тасуири итеп уҡып ишеттерҙе.
Зөлфиә апай Шәймәрҙәнова — үҙе яҙған, ә Зинфира Миңләхмәтова тормош мәғәнәһе һәм ҡәҙере тураһында күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар уҡыны.
Байрам ҡунағы, Санкт-Петербург гуманитар академияһының ағза корреспонденты Миңлеғаяз Әхмәтхәлим улы Хәлимов гүзәл заттарҙы Әсә көнө менән ҡотлап, француз телендә шиғыр уҡып, барыһын да хайран итте. Баҡтиһәң, бөгөн хаҡлы ялда булған фән эшмәкәре күп йылдар сит телдәр кафедраһы мөдире булып эшләгән икән! Бына шулай, Урмияҙҙағы бәлеш байрамы көтөлмәгән бүләктәргә лә бай булды!