Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
19 Ноябрь 2019, 19:00

Йөрәге моңло, күңеле йырлы

Районда үткән бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмаған Зөлфәҡәр Имаметдин улы Ғафуръяновты оло юбилейы менән ҡотларға Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин етәкселегендә делегация барҙы. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса:

Үҙҙәре талантлы, үҙҙәре уңған, бай тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһенә эйә оло хөрмәткә лайыҡ Мәмдүнә һәм Зөлфәҡәр Ғафуръяновтарҙы районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла бик яҡшы беләләр. Йыр-моң яратыусы ғаилә республика сараларында, төрлө телетапшырыуҙарҙа ла йыш ҡатнаша. Ауылда һәм районда үткән саралар ҙа уларҙан башҡа үтмәй, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Шуға ла Зөлфәҡәр Имаметдин улын ҡотларға Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, район Клуб-китапхана системаһы директоры Илсур Ғилфанов һәм Ризида Ғәлимова етәкселегендәге “Ак калфак” халыҡ фольклор коллективы барҙы. Улар изге теләктәрен еткереп, йыр бүләк итте. Альфред Зәүҡәт улы, һәр ваҡыттағыса, шиғри күстәнәс алып килгән.
Йөҙҙө уҙып йәшәһәң дә...
Һин булмаһаң мәҙәниәттә,
Бигерәк тә хәтәр.
Ҡулдарыңа күҙ теймәһен,
Беҙ яратҡан Зөлфәҡәр!
Бармаҡтарың һанай бирә
Төймәләрен баяндың.
Йыйғанһыңмы күңелеңә
Тыуған яҡтың бар моңон?
Йәнәшәңдә Мәмдүнәң дә
Ҡаҙансы һандуғасы.
Моңдары торғас ни тамып,
Унан һис булмай ҡасып.
Һеҙ икегеҙ ғүмер буйы,
Әйтерһең лә пар балдаҡ.
Һеҙһеҙ етем кеүек булыр
Шаулап торған “Ак калфак”.
Бөгөн бына юбилейың
Тултыраһың етмеште.
Теләйек һиңә туған көндә
Тормоштарҙың етешен.
Балаларың, ейәндәрең
Барыһы булһын сәләмәт.
Егеттәрҙәй бул һин һәр саҡ,
Ҡартлыҡ алама ғәҙәт.
Һиңә һис тә ауыр булмаҫ
Йөҙҙө уҙып китһәң дә.
Тик һөйгән йәрең Мәмдүнәң
Булһын гел йәнәшәңдә.
Булдыҡлы ғаилә башлығы, изге йөрәкле, хәстәрлекле атай һәм олатай, таянырлыҡ туған һәм дуҫ булған Зөлфәҡәр ағай юбилей кисәһендә лә баянын ҡулынан ысҡындырманы. һәр ваҡыттағыса рухлы йырҙары, дәртле көйҙәре менән тамашасылар күңелен әсир итте.
Үҙҙәренең ижад емештәре, йырҙары, моңло тауыштары менән халыҡ күңеленә рухи байлыҡ өҫтәп йәшәүсе ғаиләгә киләсәктә уңыштар, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас: