— Изгелек көнөнә мәктәп уҡыусылары килде. Уларға “Дуҫлыҡ” ансамбле ағзаһы Резида Хәйрисламова изгелек тураһында шиғырҙар һөйләне, мөнәжәттәр әйтте. Бергәләп изгелек тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, уйын да уйнап алдыҡ. Артабан Резида Хәйрисламова уҡыусыларға мандолинала уйнау һәм ҡалаҡ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уҡыусылар шул тиклем ҡыҙыҡһынып тыңланы, күптәрендә был уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү теләге тыуҙы. Бергәләп уйлашҡандан һуң, тәүҙә ҡалаҡсылар ансамбле ойошторорға ҡарар иттек. Беҙгә был эштә Резида Хәйрисламова ярҙам итәсәк, — тип һөйләне ауыл мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина.
13 ноябрҙә Бөтә донъя изгелек көнө билдәләнә. Ул башлыса Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан илдәр һәм уларға эйәргән Англияла беренсе тапҡыр “Бөтә донъя изгелек өсөн хәрәкәт” тип исемләнгән симпозиум үткәрелгән ваҡытта, 1998 йылда, барлыҡҡа килә.
Бөтә донъя изгелек көнө - ғәмәл байрамы. Тикшеренеүҙәр яҡшылыҡ, изгелек эшләүселәрҙең үҙҙәрен бәхетле тойоуын, һирәгерәк сирләүен һәм оҙаҡ йәшәүен күрһәтә. Ә үҙ тойғоларын йәшермәйенсә рәхмәт белдереүселәр һәм наҙ күрһәтеүселәр депрессиянан аҙыраҡ яфа күрә, оптимист була, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай һәм тормоштарын көйлө тип иҫәпләй.