Республиканың 100 йыллығына арналған сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль һәм төбәк проекттарына ярашлы уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, уның Мәғариф буйынса уҡыу-методика үҙәге.
Сәхнәлә “Таланттар гөлләмәһе” IV республика фестиваль-конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары сығыш яһаясаҡ. Билдәле булыуынса, ул сара Башҡортостандың 100 йыллығына арнап быйыл үткәрелде, мәҙәниәт өлкәһендәге махсус белем биреү учреждениелары студенттары араһында талантлыларҙы табыу һәм үҫтереүгә, төбәктең киң мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә йүнәлтелде.
Гала-концертта шулай уҡ балалар, йәштәр араһында үткәрелгән башҡа ижади сараларҙың еңеүселәре лә ҡатнашасаҡ.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.
Фото: culture.bashkortostan.ru