Киләһе 2020 йылда илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы уҙған аҙна Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.
Был марафон быйыл ноябрҙән алып киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Марафондың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы.
Фестивалдең беренсе төбәк концерты 15-16 ноябрҙә Борай районында үтәсәк. Ҙур сарала Борайҙан тыш Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондары сәнғәт оҫталары ла ҡатнашасаҡ. Сарала район хакимиәте вәкилдәренә тантаналы рәүештә “Еңеү” штандарты тапшырылды. Ә “Мәңгелек ут” капсулаһы һыбайлылар төркөмөнә бирелде. Улар был капсуланы республиканың ҡала һәм райондарына алып барасаҡ. “Мәңгелек ут” символы райондарҙа Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған һәр сарала ҡатнашасаҡ.
“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, уның символдарын тапшырыу тантанаһы ун муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ. Республика марафонының йомғаҡлау этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә үтәсәк.