Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
7 Ноябрь 2019, 17:25

“Дуҫлыҡ” төрлө милләттәрҙе тупланы

Октябрьский ҡалаһы илебеҙҙең өс төбәгенән килгән төрлө милләттәр өсөн ҡунаҡсыллыҡ үҙәгенә әүерелде. Башҡортостанға Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған “Дуҫлыҡ” милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсында сығыш яһау өсөн Татарстандан, Ырымбур өлкәһенән, республикабыҙҙан 600 ҡатнашыусы йыйылды.

Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Шмелев әйтеүенсә, ҡала әүәл-әүәлдән милләт-ара татыулыҡ төйәге тип иҫәпләнә.

– Бөтә милләт вәкилдәренең рухи һәм әхлаҡи нигеҙен тәшкил иткән йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һаҡланыуы, быуындан-быуынға тапшырылыуы менән ғорурланабыҙ. Үҙ-ара ихтирам, изге күңеллелек һәм татыулыҡ ҡала халҡының йәшәйешендә төп ҡиммәтте тәшкил итә, – тине Алексей Шмелев.

Форумда йырсылар, бейеүселәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәт вәкилдәре сығыш яһаны. Мәғлүм булыуынса, “Дуҫлыҡ” төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы Рәсәй Президенты гранттары бәйгеһендә еңеп сыҡҡайны.
Автор: Р. ХӘСӘНОВ
Читайте нас: