Ул ҡотлау сәләмендә фронт драмаһының үҙенсәлеге, балаларҙың яҙмышы сағылыуын әйтте. В. Мединский шулай уҡ: “Мостай Кәрим ижады ил халҡын тәрән, яҡты тойғоларҙа тәрбиәләне. Дуҫлыҡ хистәрен уның әҫәрҙәре аша уҡып үҫтек. Уның яҙғандары йәш быуынды дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләй", – тип билдәләне.