Был байрам йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйә бара: ҡатнашыусылар күбәйә, халыҡ әүҙемлек күрһәтә. Быйыл ул йәрминкә формаһында ойошторолдо. Һәр кем үҙенең өҫтәлен үҙенсәлекле итеп әҙерләгәйне. Тәҡдим ителгән эштәр төрлө һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо. Ҡатнашыусылар үҫтергән уңыштарының төрлөлөгөн, байлығын күрһәтте. Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән сағыу композициялар, йәшелсә-емештәрҙән төрлө эшләнмәләр ҡуйылғайны. Сарала ауыл биләмәләре, мәғариф учреждениелары, төрлө ойошмалар әүҙем ҡатнашты.
Байрам театрлаштырылған тамашанан башланды. Алтын сәсле Сөмбөлә барыһын да сәләмләне һәм тәбрикләне. Йәрминкәгә килеүселәр үҙҙәренә оҡшаған продукцияны һатып алды.
Сара йыр-моңға бай булды. Коллективтар һәм үҙешсән сәнғәт артистары әҙерләгән күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр бөтәһенә лә яҡшы кәйеф бүләк итте. Жюри ағзалары эштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң еңеүселәрҙе билдәләне.
Борай район китапханаһы сайтынан алынды.