Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
19 Август 2019, 18:07

Түбәнге Һикеяҙҙар ауылды ташлап китмәй...

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы, Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылында ҙур сара үтте.

Ауылда яңыртылғандан һуң клуб асылды. Тантанала абруйлы ҡунаҡтар – Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Альбина Юлдашбаева, проекттың йәмәғәт советы ағзаһы, тележурналист Айгөл Усманова ҡатнашты.


– Балтас районында әһәмиәте йәһәтенән был икенсе мәҙәниәт йорто. Бында 4 миллион һумлыҡ эш башҡарылған, – тине Илдар Бикбаев. – Түбәнге Һикеяҙҙа ауыл хужалығы предприятиеһы, эш урындары бар, инфраструктура үҫешкән. Халыҡ ауылда ҡала. Реконструкциялау өсөн мәҙәниәт усағын һайлағанда тап ошо күрһәткестәр иғтибарға алынды.


“Йәнтөйәк мәҙәниәте” проекты ауыл клубының матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итте. Бүленгән аҡсаға заманса яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, тамаша залы өсөн ултырғыстар, сәхнә кейеме, тәҙрә пәрҙәләре, йыһаз, бильярд өҫтәле һатып алынды, артистар өсөн гримм һалыу бүлмәләре йыһазландырылды. Китапхана хәҙер яҡты, иркен бүлмәлә урынлашҡан. Мәҙәниәт йорто биләмәһе лә күркәмләнде, яҡтыртҡыстар алмаштырылды, электр сымдары яңыртылды.


Фото: Балтас районы хакимиәте.
Читайте нас: