Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
19 Июль 2019, 13:43

Баймаҡта – “Аҫылташ”!

Баймаҡ районының Граф күле янында “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумы башланды. Билдәле булыуынса, ул өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла.

Быйылғы йыйында республиканың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән барлығы 300-гә яҡын йәш кеше ҡатнаша.


Форумдың программаһы бик бай: проект гранттарына конкурс, “АҫылташХ” – TED форматындағы конференция, башҡорт телендә дебаттар, мәҙәни саралар, оҫталыҡ дәрестәре, милли квесттар, спорт ярыштары һ.б. ҡаралған.


Йыйынға Өфөнән, Мәскәүҙән, Татарстандан спикерҙар килеүе көтөлә.


Кисә кис форум тантаналы асылды. Унда Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев та ҡатнашты. Ул йәштәрҙе ҡотлап, уңышлы, һөҙөмтәле эш теләне.


Аҙаҡ форумда ҡатнашыусылар өсөн бик күңелле, дәртле концерт булды. Йәштәр бигерәк тә Заһир Зәйнетдиндең сығышын көслө алҡыштар менән ҡабул итте.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Баймаҡ районы.

Читайте нас: