Бөгөн Баймаҡ районы Граф күле буйында "Аҫылташ" башҡорт мәҙәниәте республика форумы башланды. Быйыл ул өсөнсө тапҡыр ойошторола. Форум республика һәм башҡа төбәктәрҙән 18-ҙән 30-йәшкә тиклемге әүҙем йәштәрҙе йыясаҡ. Сара программаһында: проект гранттарына конкурс, "АҫылташХ" — TED форматындағы конференция, башҡорт телендә дебаттар, мәҙәни саралар, оҫталыҡ дәрестәре, милли квесттар, спорт ярыштары.