Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылы йор һүҙле, уңған кешеләре, күренекле шәхестәре һәм матур, бай тәбиғәте менән дан тота.
1870 йылдарҙа Кушнаренко районы ауылдарынан Наполеонды ҡыйратып ҡайтҡан һалдаттар Өфө властарынан яңы ер урыны һораған. Ләкин уларға кәрәкле ерҙе бирмәгәндәр. Парижғаса барып еткән хәрбиҙәр Ырымбурҙан рөхсәт алып ҡайтып, Бөрө районының иң матур урынында төйәкләнгән. Буранғол, Ҡәйепҡол һәм Дәүләтбай исемле кешеләр Ағиҙел йылғаһының бейек ярын үҙ иткән. Был ерҙең ҡуйы урмандары, шаулап аҡҡан шишмәләре күңелдәрен әсир иткән. Шишмәнән өҫтә улар йорт һалған. Бөгөн унда Салауат Юлаев исемен йөрөткән тотош урам барлыҡҡа килгән. Ә йылғаның түбәнге өлөшөндә Әхтәм исемле кеше үҙ йортон төҙөгән. Һөҙөмтәлә ауылдың үҙәк өлөшө һаналған Тыныслыҡ урамына нигеҙ һалынған. Ауыл тәүҙә Төрөштө исемен йөрөткән. Ә яҡындағы ҡарағай ағасы башындағы ыласын ояһын йәшен һуҡҡас, Төрөштө тураһында һүҙ сыҡҡанда ауылды белгән халыҡ: “Теге ыласынды йәшен һуҡҡан ауылмы ни?” тип һүҙ ҡыҫтырған. Шулай итеп, ауылдарҙың исемдәре үҙгәреп киткән: береһе – Түбән Ласынтау, икенсеһе Үрге Ласынтау тип атала башлаған.
Әйткәнебеҙсә, ауыл тирәһен сылтырап аҡҡан шишмәләр уратып алған. Уларҙың береһе – Хәҙрәт шишмәһе. Мишкә районы Янағош ауылынан килгән хәҙрәт ошо Төрөштө ауылына төпләнә. Балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Умарталыҡ эргәһендә шишмә лә була. Халыҡ уның шифалы һыуын эсеп, баш ауырыуынан дауаланған. Шишмәне хәҙрәт үҙе тәрбиәләгән. Бөгөн дә ул үҙенең исемен һаҡлап ҡалған.
Бына шундай тарихҡа бай ауылда күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нурыев тыуған. Социалистик Хеҙмәт Геройы, биш тапҡыр Ленин, шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән Зыя Нурый улының тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан Ласынтау урта мәктәбенә Зыя Нурыев исеме бирелде һәм уға арнап мемориаль таҡтаташ асылды. Мәктәптә ҙур етәксе, сәйәсмәнгә арналған музей ҙа бар.
Ауыл мәҙәниәт йортонда ла эштәр ҡайнай. Уның мөдире Зәһинә Әфләх ҡыҙы Әкбәрова “Аҫыл йәр” фольклор ансамблен дә етәкләй. 30 йылдан ашыу эшләп килгән ансамблдең үҙ тарихы бар.
Составы үҙгәреп торған коллективта 14 кеше даими шөғөлләнә. “Аҫыл йәр”ҙә бөгөн Винария Сәфәрова, Наза Нурисламова, Людмила Фәйрушина әүҙем эшләй. Ансамблдең репертуарын Башҡортостан, тыуған яҡҡа бағышланған йырҙар тулыландыра.
Фольклор коллектив үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, театрлаштырылған тамашалар менән Бөрөлә лә йыш сығыш яһай. Күрше Яңы Яндыҙ, мари ауылы Яңы Ҡолсобай халҡы менән ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Бөрө ҡалаһында үткән “Бөрө бурандары” конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштеләр.
Шулай уҡ бер байрам да “Аҫыл йәр”ҙәрһеҙ үтмәй Ласынтауҙа. “Кис ултырыу”, кафе-кисәләр, Еңеү һәм Ололар көнө кеүек байрамдарҙы үҙҙәре ойоштора. Театр йылы уңайынан Нәжиб Асанбаевтың “Һинең тыуған көнөң” спектаклен ҡуйырға әҙерләнәләр. Бына шулай “Аҫыл йәр”ҙең етәксеһе Зәһинә Әкбәрова һәм уның әхирәттәре бөтә күңелен, дәртен биреп йәшәй һәм эшләй Ласынтауҙа.
Зәһинә апайҙың тормош иптәше Фидаһип Рәзих улы ла ауыл клубында методист булып эшләй. Улар икеһе бер мәктәптә, бер класта уҡыған, бер парта артында ултырған. Һөйгән йәрен армияға оҙатып, ике йыл көтөп алған Зәһинә апай. Хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр күп уйлап тормай Ҡаҙағстанға юллана. Әкбәровтар сит ерҙә 12 йыл йәшәгәндән һуң тыуған ауылы Үрге Ласынтауға әйләнеп ҡайта. Ауылда фельдшер булып эшләй. Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә менеджмент” йүнәлеше буйынса уҡып та алғас, мәҙәниәт өлкәһенә сума, 16-сы йыл инде “Аҫыл йәр”ҙең алыштырғыһыҙ етәксеһе.
Зәһинә һәм Фидаһип Әкбәровтарҙың ҡыҙҙары Гөлназ, улдары Руслан менән Рушан бөгөн үҙ аллы донъя көтә. Мәктәпте миҙалға тамамлап, Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡыйҙар. Кесе улдары Радмирға 22 йәш. Ул Өфө дәүләт авиация университетының IV курс студенты.
Бына шулай ауыл ҡотон һаҡлап йәшәй Ласынтауҙың “Аҫыл йәр” ансамбле. Ә Зыя Нурыев кеүек ыласындар тағы ла тыуыр ошо бәрәкәтле ерҙә.