1955 йылдың 15 апрелендә Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай либреттоһына ижад иткән “Салауат Юлаев” операһының премьераһы була. Спектакль халыҡ көрәше героикаһын, киҫкен социаль-тарихи конфликттарҙы яңыса кәүҙәләндереүе менән айырылып тора. Ул Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында уңышҡа өлгәшә һәм оҙаҡ йылдар дауамында сәхнәнән төшмәй. Опера әле лә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарын биҙәй.