Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
21 Ғинуар 2019, 16:26

Мишкәнең гәлсәр һандуғасы Илгиз Шәкүров ижадташ дуҫтарын йыя

Илгиз Шәкүровтың исеме күптән инде республика тамашасыһына таныш. Уның йырҙарын йыш ҡына радио-телевидение аша ишетергә мөмкин. Илгиз Сәхил улының үҙенсәлекле моңло тауышына күптәр ғашиҡ. Йырсының тәүге тапҡыр сәхнәгә сығып ижад итә башлауына быйыл теүәл 25 йыл. Был юбилейҙы яҡташыбыҙ үҙенең ижадташ дуҫтары, яратҡан тамашасылары араһында билдәләргә йыйына.


Илгиз Шәкүровтың беренсе йырҙар йыйынтығы 2010 йылда донъя күрә. Ул ижад донъяһына ҙур этәргес була. Үҙе өсөн махсус яҙылған йырҙар барлыҡҡа килә, яңылары икенсе йыйынтыҡҡа инә.

Илгиз Сәхил улының “Юлдаш” радиоһында алып барыусы булып эшләүе лә ижади эшмәкәрлегендә мөһим урын алып тора. Тап радио тулҡындары аша күп тыңлаусы Илгиз Шәкүровтың үҙенсәлекле моңло тауышын үҙ итә. Уны алып барыусы булараҡ та белә.

Йәш йырсы З. Нагаева, Н. Абдуллина, М. Ғазетдинов, Р. Хәкимов ижад иткән йырҙарҙың һәр береһен йөрәге аша үткәреп, бар күңелен һалып башҡара.

— Йырсы һәр йыр өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Сөнки автор әйтергә теләгән фекерҙе тамашасыға түкмәй-сәсмәй алып барып еткерергә кәрәк. Шуға күрә һәр йыр өҫтөндә тырышып эшләү мөһим. Тамашасылар ҡәнәғәтлеген һәм һөйөүен тойоу — минең өсөн ҙур бәхет, — ти райондашыбыҙ.

1 февралдә Илгиз Шәкүров район Мәҙәниәт һарайында үҙ тамашасыларын йыя. Уның менән сәхнәгә ижадташ дуҫтары Фәрүәз Урманшин, Резида Әминева, Ришат Ғәлиханов, Айҙар Фәтхетдинов, Флера Шәрипова, Азат Вәхитов, Гөлназ Фәхретдинова, Филүс Ҡасимов, Резида Вәлитова, Зөлфирә Ғәйнетдинова, Айбулат Кәримов сығасаҡ. Концерт программаһына шулай уҡ беҙҙең яратҡан райондаш йырсыларыбыҙ Рәүиә Саматова, Азат Ханов, Самат Шәкүровтың сығыштары индерелгән. Февралдә республикабыҙ райондары буйлап Илгиз Шәкүровтың ҙур юбилей концерты үтәсәк. Һуңғы йылдарҙа Илгиз Сәхил улы районыбыҙ татарҙары конгресын етәкләй. Был йүәлештә лә йырсы уңышлы эшләй. Үткән йыл республикала беренсе тапҡыр уның инициативаһы буйынса “Татар ауылдары көндәре” уҙғарылды. Был сара татар халҡын берләштереү, уның үткәнен, тарихын тергеҙеү буйынса ҙур роль уйнаны. Йомғаҡлау сараһында республика татарҙары конгресы рәйесе тарафынан Илгиз Сәхил улының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелде.

Юбилей концертында Бөтә донъя татарҙары конгресынан, “Туган тел”, “Татарстан – Яңа Гасыр” телеканалдарынан, “Юлдаш”, “Шәрек”, радиоларынан, “Кызыл таң”, “Өмет” гәзиттәренән вәкилдәр буласаҡ.

— Был ижади кисәм дуҫлыҡты данлаусы күңел байрамы булыр, тип өмөтләнәм. Тамашасы яратып өлгөргән йырҙарымды программаға индерҙем, шулай ҙа концерттың ҙур өлөшөн өсөнсө йыйынтығыма инәсәк яңы йырҙар тәшкил итә. Форсаттан файҙаланып, миңә ижад итергә дәрт, көс, илһам биреүсе тамашасыларыма ҙур рәхмәтемде еткерәм, — ти яҡташыбыҙ Илгиз Шәкүров.


Әйткәндәй...

Танылған йырсы Илгиз Шәкүров тамашасыларҙы юбилей концертына саҡыра. Район үҙәктәрендә билет хаҡы — 250, ауылдарҙа — 200 һум. 1 февралдә — Мишкә район Мәҙәниәт һарайында, 15-дә — Балтаста (19.00), 19-да — Борайҙа (19.00), 20-дә — Ҡариҙелдә (19.00), 23-дә — Балтас районы Нөркәлә (14.00), Түбән Ҡарышта (19.00), 24-дә — Асҡын районы Ҡашҡала (14.00), Ҡубияҙҙа (19.00), 25-дә Асҡын районы Ҡышлауйылғала (14.00), Иҫке Ҡаҙансыла (19.00) концерттар була. Ижад кисәләрендә республиканың танылған сәхнә йондоҙҙары ла сығыш яһаясаҡ. Концерттарға рәхим итегеҙ!

Реклама.
Читайте нас: