Смотр-конкурс яңы таланттар асты
Борайҙа хеҙмәт коллективтарының «Таланттар балҡышы» үҙешсән сәнғәт смотр-конкурсының гала-концерты үтте. Смотр-конкурс ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар араһында мәҙәни һәм эшлекле элемтәләрҙе тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо. Быйыл ул икенселәйгә үтте һәм Рәсәйҙә — Ирекмән, Башҡортостанда Ғаилә йылына арналды. Ҡатнашыусылар күп булғанлыҡтан, сара ике көнгә бүленде.
Гала-концертта район үҙәге учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиеларының ижади коллективтары сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә 1-се мәктәп һәм Эске эштәр бүлегенә I урын бирелде. Иң юғары бүләк — Гран-приға Балалар ижады йорто коллективы лайыҡ булды. «Иң яҡшы ир-егет тауышы» номинацияһында — Рөстәм Солтанов (Эске эштәр бүлеге), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тауышы» номинацияһында район дауаханаһынан Сулпан Шафиҡова еңде. Фаягөл Таһирова («Росгосстрах») «Смотр-конкурсты асыу» номинацияһында Диплом менән бүләкләнде. «Иң юғары башҡарыу оҫталығы» өсөн район дауаханаһынан Раушан Исламов билдәләнде.
Милли үҙенсәлекте, жанрҙар төрлөлөгөн сағылдырған хор, вокаль, фольклор, театр коллективтарының, бейеү, инструменталь ансамблдәренең, оркестрҙарҙың ижади марафоны 19 октябрҙән 29 ноябргә тиклем барҙы. Унда барлығы 26 хеҙмәт коллективы сығыш яһаны. 800 кеше ҡатнашлығындағы 150 концерт номерын 2700-ҙән ашыу тамашасы ҡараны.
Смотр-конкурс ҡатнашыусылар өсөн дә, район халҡы өсөн дә ысын халыҡ байрамы булды.
http://kultura-buraevo.ru