Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
3 Декабрь 2018, 12:32

Иҫке Ҡаҙансыла Әсә көнө уңайынан бик матур сара үтте



Байрам уңайынан әсәләрҙе һәм ғаилә юбилярҙарын тәбрикләргә район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, район Советы депутаты, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов, “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова, Мәҙәниәт, йәштәр сәйсәте һәм спорт идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, Район клуб-китапхана системаһы директоры урынбаҫары Фәридә Дәүләтшина килгәйне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ризида Ғәлимованың һәм уның етәкселегендәге “Ак калфак” ансамбленең дәртле сығышы һәр ваҡыттағыса байрамға йәм өҫтәп, йән өрөп ебәрҙе.

Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Зарипова урынбаҫары Гөлфинә Исламова менән байрамды бик матур итеп алып барҙы, ә оҫта баянсы Зөлфәҡәр Ғафуръянов сараны музыкаль яҡтан биҙәне. Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ҡыямовтың гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүсе Рәфидә һәм Ансар Солтановтарҙы, Зәнфирә һәм Рауил Исламовтарҙы ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡотлау хатын һәм махсус бүләкте тапшырыуы байрамға тағы ла мәртәбә һәм тантаналылыҡ өҫтәне.

— Һөйөү һәм үҙ-ара ихтирам, сабырлыҡ һәм бер-берегеҙгә тоғролоҡ тормош юлынан лайыҡлы атларға, балаларығыҙҙы һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе эшһөйәр, аҡыллы, рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә, — тип мөрәжәғәт итте үҙенең тәбрикләү сығышында Рима Нәбиуллина ғаилә юбилярҙарына. Ул фиҙаҡәр хеҙмәттәре, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдереп, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Рима Шамил ҡыҙы Әсә көнө уңайынан районыбыҙҙа һәм республикала үткәрелгән сараларға ҡыҫҡаса байҡау ҙа яһаны.

Йәриә Ғафур ҡыҙы, Фәридә Тәлғәт ҡыҙы, Альфред Зәүҡәт улы, Мансур Әлфрис улының да сығыштары бик матур, фәһемле булды. Альфред Зәүҡәт улы һәр ваҡыттағыса шиғри күстәнәс менән килгән. Ул юбилярҙарға атап яҙған шиғырын уҡып, барыһын да һоҡландырып, тамашасылар алҡышына күмелде.

Ауылдың иң өлгөр, иң уңған ағинәйҙәренең береһе булған Хәнүзә Тимершинаны ла тәбрикләп киттеләр. Ул тормош иптәше Фоат ағай менән ете балаға ғүмер биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Ҡәйнә-ҡайнатаһы менән дә 26 йыл дуҫ-татыу ғүмер итеп, уларҙы тәрбиәләп ҡарап, һуңғы юлға оҙата. Бәхетле әсәй һәм өләсәй бөгөн ете балаһына, килен-кейәүҙәренә һәм 13 ейән-ейәнсәренә һөйөнөп йәшәй. Хәнүзә апай йәмәғәт эштәренең дә һәр саҡ уртаһында була: комсорг, комсомол ойошмаһы секретары, ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, бөгөн дә әүҙемлеген юғалтмаған Хәнүзә Тимершинаға Ринат Тимерхан улы көслө алҡыштар аҫтында ВЛКСМ-дың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалын тапшырҙы.

Сараның икенсе өлөшөндә өс быуын вәкилдәре араһында конкурс ойошторҙолар. Унда дүрт ғаиләнән өләсәйҙәр, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр етеҙлектә, отҡорлоҡта, оҫталыҡта ярышты. Тәүге һынауҙа ҡатнашыусылар ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғаны сәхнәләштерергә тейеш ине. Беренсе булып сәхнәгә Минзилә Мөғтәбәрова килене Ләйсән һәм ейәнсәре Альмира менән сыҡты. Уларҙың сығышы “Интернет хикмәттәре” тип аталды. Артабан сығыш яһаусы Фәнәүиә апай ҡыҙы Лариса һәм ейәнсәре Миләүшә менән — “Их, шул йоҡоно!”, ә Ралия апай ҡыҙы Лилиә һәм ейән-ейәнсәре Редаль һәм Альбина менән “Дәрес әҙерләү” тигән тамашалар күрһәтте. Уларҙа бөгөн көнүҙәк булған интернеттың кешегә йоғонтоһо, бала тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. 10 балаға ғүмер биреп, бөгөн 30 ейән-ейәнсәр һәм өс бүлә-бүләсәр һөйөү бәхетенә ирешкән Илһөйә апайҙың ҡыҙы Гөлнара һәм ейәне Айназ менән сәхнәгә сығыуы Әсә кешенең бөйөклөгөн сағылдырҙы. Айназ өләсәһен байрам менән ҡотлап, йыр бүләк итте.

Артабан конкурсанттар залдан, алдан әҙерләнгән өҫтәл арттарынан, урын алды. Киләһе һынау — Әсәйҙәр туҡмаҫ киҫкән арала балалары байрам уңайынан аппликация эшләне. Бәйгеселәр был эштәрҙе башҡарған мәлдә сәхнәлә бер-бер артлы ағинәйҙәр һүҙ алды. Урманкүлдән Розалия Ғайсина, Раушания Хажиәкбәрова, Миңһылыу Исламова, Башҡортостандан Флюра Абдуллина, Иҫке Ҡаҙансынан Флүзә Сүлимова, Эльвира Зиннәтова, Алия Ҡыямова, Рәмилә Мостафина, Әнфисә Карамова, Әнфисә Хәсәнова шиғырҙарын уҡып, күптәре әсәйҙәргә бағышланған йырҙар ҙа башҡарҙы. Уларҙың сығыштары уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. 73 йәшлек Фәниә апай Ғайсина тамашасылар менән “Мәҡәлде дауам ит” тигән уйын да ойоштороп, ауылдаштарын зирәклектә, отҡорлоҡта һынаны. Район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар бәйгеселәрҙең эшен ҡарап, барыһының да етеҙ, оҫта, ижади ҡарашлы булыуын билдәләп, йомғаҡ яһаны.

Өс сәғәттән артыҡ барған сара тәбрикләүҙәргә, йыр-моңға, нәфис һүҙгә, уйын-көлкөгә бай булды. Сығыш яһаусыларҙы тыңлап уйландыҡ та, моңландыҡ та, ихлас күңелдән көлөп, сағыштарға ла уралдыҡ. Күңелдәрҙе шәфҡәтлерәк, тормошобоҙҙо йәмлерәк, сағыуыраҡ, мәғәнәлерәк итеү өсөн бар тырышлыҡтарын һалған өлгөр, рухлы, дәртле, сәмле ағинәйҙәр, әлбиттә, тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Рима Шамил ҡыҙы менән Фәриҙә Тәлғәт ҡыҙы ла сараны йомғаҡлап, ошо фекерҙе ҡеүәтләне. Форсаттан файҙаланып, урындағы китапханасы Гөлфинә Исламованың да намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Нәҡ уның тырышлығы менән олоһо ла, кесеһе лә китапханаға ынтыла. Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы етәкселегендә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп, үҙҙәренең һәләтен арттыра, рухын байыта, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.

Автор фотолары.
Читайте нас: