Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
3 Декабрь 2018, 19:01

Асҡын район үҙәк китапханаһында Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур һәм үҙенсәлекле сара үтте

Әсәйҙәр байрамын беренсе тапҡыр 1988 йылда Баку ҡалаһында Эльмира Гусейнова үткәргән. Сара тураһында бик күп гәзит-журналдар яҙып сыға, ның сценарийы ла баҫыла.

Донъялағы иң сабыр, иң гүзәл, иң яратҡан кешеләр — әсәйҙәргә бағышланған

Ольга Гражданцеваның “Сердце каждой мамы” шиғырын Роза Ринат ҡыҙы тасуири уҡып ишеттереп, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртте.

Байрамда ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы директорҙың китапханаларҙы тәьмин итеү буйынса урынбаҫары урынбаҫары Фәридә Тәлғәт ҡыҙы ҡотлап, балаларығыҙ рәхмәтле, хәстәрлекле булһын, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәгеҙ, тигән теләктәрен белдерҙе.

Һәр кем үҙенең әсәһен ҡыҫҡа ғына итеп ҡылыҡһырлап китеү күренеше сараға тағы ла ихласлыҡ, йылылыҡ өҫтәне. Берәүҙәр әсәйҙәренең иҫән-имен булыуына һөйөнһә, икенселәре күптән баҡыйлыҡҡа күскән ҡәҙерле кешеләрен иҫкә алды. “Һеҙҙең әсәйегеҙ ниндәй?” — тигән һорауға йомғаҡлап: “Әлбиттә, һәр кемдең әсәһе донъяла иң ҡәҙерле һәм яратҡан кеше. Улар беҙҙең йөрәгебеҙҙә мәңгелек урын ала”, — тине Роза Ринат ҡыҙы.

"Мелодия" рус халыҡ вокаль ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең сығышы ла матур бүләк булды ҡатнашыусылар өсөн.

Артабан славян халыҡтарында борон киң таралған ҡурсаҡ-бетеүҙәр тураһында һүҙ барҙы. Алып барыусы уларҙың төрҙәре, тәғәйенләнеше тураһында ентекле итеп һөйләне. Шундай бетеүҙәр һәр йортта булған. Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы йортҡа бәхет, именлек, муллыҡ алып килә, тип ышанған. Балалар ижады йортоноң ҡул эштәре берләшмәһе педагогы Татьяна Борисова ярҙамы менән шундай ҡурсаҡ-бетеүҙе сарала ҡатнашыусы һәр кем эшләне.

Байрам бергәләп күңелле сәй эсеү менән тамамланды. Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы сара, матур итеп үткәргән ваҡыт өсөн сараны әҙерләүселәргә рәхмәт әйтеп таралышты.
Читайте нас: