Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
30 Ноябрь 2018, 15:10

Ҡубияҙҙа алтын туй!

Ошо көндәрҙә Ҡубияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә бағышланған бик матур сара үтте. Әсәйҙәргә бағышланған йыр-моңдарҙан һуң ярты быуат бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләүсе Саимә һәм Рим Кашаповтарҙы балалары, туғандары, яҡындары тәбрикләне. Уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡул тамғаһы менән Ҡотлау хатын, бүләк тапшырҙылар. Ғүмер буйы тыуған ерҙәрендә йәшәгән һәм хеҙмәт иткән был матур пар дүрт балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Ҡотлаусыларҙың барыһы ла юбилярҙарға оҙон-оҙаҡ йылдар ҡәҙерле кешеләрен һөйөндөрөп, ауыл күрке булып йәшәүҙәрен теләне.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: