Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Ноябрь 2018, 11:33

Мишкәлә “Кама буйы йәүһәрҙәре” фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәте республика фестивале үтте


Фестиваль-конкурста Бөрө, Тәтешле, Балтас, Мишкә, Краснокама, Ҡалтасы, Благовещен, Илеш райондарынан коллективтар ҡатнашты. Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 12 коллектив, йәғни 200-ҙән ашыу кеше үҙенең һәләтен күрһәтте. Байрам ҡунаҡтарын район хакимиәте башлығы Р. Мусин, Республика халыҡ ижады үҙәге халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе методисы А. Ғәлимов сәләмләне. Ҡатнашыусы коллективтар тамашасыларҙы үҙҙәренең иҫ киткес матур костюмдары менән генә түгел, үҙ халҡы фольклорын белеүе менән дә хайран итте. Һәр коллектив жюри иғтибарына боронғо йоланан йырҙар, бейеүҙәр, уйындар менән оҙатылып барылған өҙөк күрһәтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнеп, дипломдар тапшырылды. Башҡа ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр һәм ҡатнашыусы дипломы бирелде.“Кама буйы йәүһәрҙәре” фестивале Тәтешле районында тамамланды

Читайте нас: