Райондың бар ауылдарында ла акцияға арналған мәҙәни саралар үтте. Район мәҙәниәт Һарайында урындағы рәссам һәм фоторәссамдарҙың ижадынан күргәҙмә, бай йөкмәткеле концерт ойошторолдо. Шулай уҡ район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы “Ғаиләм - байлығым” темаһына китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Кисәлә урындағы ҡәләм тибрәтеүселәр Светлана Салиева, Леонид Иванов һәм Ксения Лобова сығыш яһаны. Дөйөм алғанда, был сара сәнғәткә ғашиҡ кешеләрҙе берләштерҙе. Рухи байлыҡ алып таралышты был байрамдан халыҡ.