Ҡала Мәҙәниәт йортонда "Өмөт" вокаль-театр студияһының (етәксеһе Фәүзиә Саттарова менән Наилә Фәүзетдинова) "Мөхәббәт иленә сәйәхәт" тип исемләнгән концерты үтте. Ике сәғәттән ашыу мөхәббәт тураһында йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барған сара тамашасылар күңеленә хуш килде.