Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
8 Ноябрь 2018, 19:05

Мишкә районының башҡорт теле уҡытыусылары театрға барҙы

Көҙгө каникулдың бер көнөндә башҡорт теле уҡытыусылары Өфө ҡалаһына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына барып ҡайтты. Райондың башҡорт теле уҡытыусылары берекмәһе етәксеһе Венера Мортазина ойошторҙо был сәйәхәтте. Мәктәп тормошонан, донъя мәшәҡәттәренән арынып “Хыялый” спектаклен ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты уҡытыусылар. Төп ролдәрҙе Илдар Сәйетов, Гүзәл Маликова, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Әхәт Хөсәйенов, Азамат Ғафаров башҡарҙы.

... Икеһе генә торған Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә инәй йортона бер көн ауылға эшкә килгән доктор ҡыҙҙы фатирға урынлаштыра ауыл рәйесе. Ғиззәт ҡарт оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан көс-дәрте ташып торған, тәбиғәткә, бар донъяға ғашиҡ изге күңелле ҡарт. Тормош иптәше Шәрифә инәй киреһенсә, матди байлыҡты рухи байлыҡтан юғарыраҡ ҡуя. Врач ҡыҙ Йондоҙҙоң килеүе менән был йортта тормош тағы ла сағыуыраҡ була башлай. Ауылда фельдшерлыҡ пункты асыла. Йондоҙ Ғиззәт ҡарт кеүек маҡсатҡа ынтылышлы, һәр нәмәнән йәм табып йәшәгән ҡыҙ. Ғиззәт ҡарт Йондоҙ килеү менән йәшлеген иҫкә төшөрөп хистәргә бирелә. Йөрәкһеп, хисләнеп, ярһып күккә талпына, хатта үҙ ҡулдары менән самолет эшләп… осоп китә!..

Тормош тураһында уйланырға, ниндәйҙер һығымта яһарға мәжбүр итте актерҙар һынландырған геройҙар. Театрҙан илһамланып, рухи байлыҡ, көс-дәрт алып ҡайтты уҡытыусылар.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: