Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәтенең республика конкурсы үтте. Унда төбәгебеҙҙең төрлө райондарынан фольклор төркөмдәр ҡатнашҡан. Улар араһында район Мәҙәниәт йортоноң "Хазина" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Айгөл Барыева) ҡатнашып, "Йола" номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Улар башҡорт телендә "Ураҡ өҫтө" тигән композиция күрһәтте.