Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
15 Октябрь 2018, 13:15

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Хәниә Фәрхигә арналған китаптың презентацияһы үтте

Күптән түгел “Хәниә” исемле китап донъя күрҙе. Уның авторы — Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе яҙыусы һәм шағирә Айгөл Әхмәтғәлиева. Ғәҙәттә, китап авторҙары менән осрашыуҙар ҙур булмаған аудиторияла, китапханала үтә. Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Хәниә” китабы презентацияһын Балтас район Мәҙәниәт һарайы залында ойоштороп, күп тамашасыға сығарыуҙың сәбәбе — халыҡтың яратҡан йырсыһын онотмауында, уны юғалтыуҙы күптәрҙең шәхси ҡайғыһы итеп ҡабул итеүендә. Шуға күрә лә сараны “Йөрәктәрҙә ҡалдың, Хәниә...” тип атаныҡ.


Был көндө китап менән таныштырыу саралары Дүртөйлө, Тәтешле райондарында ла уҙҙы. Беҙҙәге осрашыу милли телдәрҙә баҫылған китаптарҙы халыҡҡа таратыу маҡсаты менән янған яҙыусы һәм журналист Венера Мәжитова һәм Балтас китапхана селтәре хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән ойошторолдо. Камилә Халиҡова етәкселегендә “Сатҡылар” балалар өлгөлө театр студияһының йәш артистары әҫәрҙән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Алып барыусылар Гөлфиә Шәисламова менән Эльвира Солтанова китаптың халыҡ күңелен тетрәндерерлек урындарын уҡып ишеттерҙе. Уларҙы һәүәҫкәрҙәр башҡарыуында Хәниә Фәрхиҙең иң популяр йырҙары алмаштырҙы. Экранда — китап биттәре, яҙыусының әҫәрҙәге фекерҙәре, яратҡан йырсыбыҙҙың сығыштарын мәңгеләштергән видеосюжеттар.

Һуңыраҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси битендә Айгөл Әхмәтғәлиева осрашыу тураһында бына нимәләр яҙҙы: “Балтас районы Мәҙәниәт һарайында үткән осрашыуҙы тасуирларға һүҙ табып булырмы икән?!... Йәшермәйем, бер аҙ борсолоп барҙым. Көҙгө эштәрен ташлап халыҡ кисәгә килерме? Венера алдан уҡ: “Айгөл апай, балтастар тотонһа, булдыралар, бер ҙә борсолма”, — тигәйне. Аллаға шөкөр, ҡурҡыуҙар урынһыҙ булған икән. Әллә ниндәй юбилей кисәләрендә, китап презентацияларында булғаным бар — арттырып әйтеү түгел, был тиклем затлы, зауыҡлы, үҙенсәлекле, үҙе йыйнаҡ, үҙе шул тиклем күп мәғлүмәтте туплаған кисәне күргәнем юҡ ине. Әйтерһең, Хәниә шул кисәлә беҙҙең арала булып, яҡты йылмайыуы, әле дәртле, әле моңһоу йырҙары менән зал түрендә баҫып торҙо... Сәхнәлә уның йырҙары ла, китап биттәре лә бер толомға үрелеп, бер төймәгә теҙелеп, әкрен генә үрелә-һүтелә барҙы. Тыңлап туймаҫлыҡ моң ағыла. Таҡмаҡтар ҙа, тамаҡ йыртып ҡысҡырыу ҙа, сәхнә буйлап үрле-ҡырлы һикереү ҙә юҡ — бары тик моң ғына... Балтаста йәшәп, “Мәйдан”, “Казан утлары” журналдарында үҙенең шул тиклем матур яҙылған проза әҫәрҙәрен баҫтырған Гөл Мирһади ханымды ситтән тороп ҡына белә инем, күп булһа телефондан аралашҡанбыҙҙыр. “Имәннәр көче”, “Чүплек илендә” әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡығанымды, журналға әҙерләгәнемде хәтерләйем. Баҡһаң, нәҡ бына Гөлнара ханым бында эшләй икән. Зауыҡтың сере лә әҙәбиәт яратҡан, үҙе лә иҫ киткес талантлы ҡәләм эйәһе булған гүзәл затҡа барып тоташмаймы икән? Кисәне шулай матур итеп ойоштороуҙа бик күптәрҙең көсө түгелгән, Зилә апай менән Камилә апай яҙған сценарийҙы әллә кемдәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Зилә апай тураһында ла Венера алдан уҡ: “Китап ярата ул, үҙ эшенең оҫтаһы, бына тигән ойоштороусы”, — тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Балтас районы быға тиклем миңә Усман ауылынан булған талантлы шағирыбыҙ Айрат Суфияновтың тыуған яғы булараҡ таныш ине. Бына бит, хәҙер күпме яңы дуҫтар табып ҡайттыҡ! Хәниәнең моңло йырҙары саҡрымдарҙы оноттороп, беҙҙе үҙ артынан эйәртеп йөрөтә тиерһең... Гүйә, “йыр ғына түгел, тормош дауам итә”, тип, үҙе лә шаян көлөмһөрәп ҡарап тора; үҙенең тыуған яҡтарына “Хәниә” тигән китап булып әйләнеп ҡайтыуына һөйөнә, исеменең халыҡ хәтерендә үҙәк өҙгөс, онотолмаҫ бер йыр булып ҡалыуына ышана”.

Кисәлә Тәтешле районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Шәйнурова, Хәниә Фәрхиҙең һеңлеһе Фируза һәм уның ҡыҙы Ғәлиә Ибатуллиналар ҡатнашты. Уларҙың һағыныу менән тулы күңелдәре тамашасыларға моң булып түгелде. Ә Айгөл Әхмәтғәлиеваның сылтырап аҡҡан шишмәләй сығышы, әҙәби теле, шиғриәте бар халыҡта хөрмәт уятты. Уның китабында бүлектәр төймә тип атала. Төймәләрҙе теҙеү, Хәниә Фәрхиҙең халыҡ күңеленә үтеп кергән йырҙарының тыуыу тарихтары менән шундай мауыҡтырғыс итеп таныштырҙы ул, йырсыны юҡһынған күңелдәргә һәр һүҙе танһыҡ булды.

Осрашыу тамашасы күңелендә йылы хистәр ҡалдырҙы. Исеме, һүҙҙәре, мөләйем йөҙө, йырҙары, туған халҡына бағышлаған оло хеҙмәте онотолмаһын бөйөк йырсының. Бындай сараны йола итеп индереү урынлы булыр, моғайын. Һеңлеһе Фирузаның мөлдөрәмә тулы күңеленән тамған фекер был.

Гөлнара Шәймөхәмәтова. Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: