Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
3 Июль 2018, 17:04

Асҡын районы Олойылға ауылында Шәжәрә байрамы үтте

Хозур тәбиғәтле Олойылға ауылында күптән түгел Шәжәрә байрамы үтте. Унда өс нәҫелдең шәжәрәһе ҡуйылды. Тыуған ауылында ғүмер итеүсе Венера апай Ахунова Олойылғаның тарихын өйрәнгән.

Свердловск өлкәһендә йәшәүсе Рузалия Бәләғетдинова улы Рагунат менән атаһы яҡлап — ун, ә әсәһе яҡлап ете быуынға тиклем шәжәрәһен өйрәнгән. Улар республикабыҙ архивтарына ла мөрәжәғәт итеп, бай материал туплаған.

Шулай уҡ Свердловск өлкәһендә йәшәүсе апалы-һеңлеле Илүсә Бағиманова менән Зәйтүнә Нафиҡова шәжәрәләрен биш быуынға тиклем барлаған.”Беҙ алты балалы ғаиләлә туғандар ҡәҙерен белеп үҫтек. Дүртебеҙ ауылыбыҙҙа төпләнеп, матур итеп донъя көтә. Шәжәрә байрамында яҡындар менән осрашабыҙ, мәрхүмдәрҙе лә иҫкә алабыҙ. Бик матур һәм кәрәк байрам”, — ти улар.
Читайте нас: