Ниндәй генә сара уҙмаһын, байрам йәме — йыр-моң. Үҙэшмәкәр сәнғәт һөйөүселәр төрлө байрамдарҙа шиғырҙары, бейеүҙәре, йырҙары менән ауылдаштарын һөйөндөрөп тора. Сәхнәнән күп йылдар төрлө сараларҙы биҙәгән һәләтлеләрҙе, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙемдәрҙе лә бүләкләнеләр. Мәҫәлән, Рая Ғилманова менән Зәүиә Шәрифйәнова, Зилара Хужина һәр саҡ үҙҙәре яҙған шиғырҙарын матур итеп уҡып ишеттерә, Ильвера Хәбибуллина төрлө милли бейеүҙәр башҡара. Гөлшат Ғимаева, Регина Нуртдинова иң матур йырҙарҙы бүләк итә ауылдаштарына.