Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
2 Июль 2018, 14:20

Асҡын районы Иҫке Мутабаш ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте

Был көндө Иҫке Мутабаш ауылында оҙаҡ йылдар бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән ғаиләләрҙе лә, ошо йылда сабыйҙары тыуғандарҙы ла ихлас тәбрикләнеләр. 40-50 генә түгел, 30-35 йыл буйы туғандарын һөйөндөрөп, ауылды матурлап йәшәгән ғаиләләргә лә сәхнәнән йылы һүҙҙәр әйтелде. Бигерәк тә ғаилә ҡороуҙарына ярты быуаттан ашып киткән Фәтхиә һәм Ҡәүей Зарифйәновтар һоҡланыу тыуҙыра. Улар ғүмер буйы тыуған ерҙәрендә йәшәп, хеҙмәт итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтергән.

Нәҡ Ғаилә йылында ҙур шатлыҡ кисергән — бишенсе сабыйҙары тыуған Әлфиә һәм Нәфис Әхмәтғәлиевтарҙы ла тәбрикләп үттеләр. Ғаилә күп итеп мал тота, баҡса үҫтерә. Әлфиә — уҡытыусы булып эшләй. Иң олоһо — Ғәлиә һәм ул бишенсе класҡа уҡырға бара. Икенсеһе Инсаф — дүртенсе класҡа, Рәмилә быйыл уҡыусы буласаҡ. Дамираға әле ике йәш тә юҡ. Азамат майҙың 28 тыуған. Сабыйҙары бәләкәй булғанға, был ғаилә байрамға килмәгәйне. Ә бына Байбуриндар байрамда ғаиләләре менән булды. Айгөл һәм Рушат биш балаға ғүмер биргән. Хәҙер балалары үҫеп, үҙҙәре ата-әсәһенә ярҙам итер йәшкә еткән.
Читайте нас: