Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
22 Июнь 2018, 17:34

Бөрөнән Фәүзиә Саттарова утыҙ йыл ғүмерен сәнғәткә бағышлаған

Фәүзиә Саттарова Бөрө ҡалаһының «Өмөт» милли халыҡ театрының алыштырғыһыҙ етәксеһе. Ул милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҙур хеҙмәт күрһәтә, мәҙәниәт өлкәһендәге халыҡ-ара, республика һәм төбәк программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Ул Бөрө ҡала Мәҙәниәт йортонда эстәлекле спектакль һәм юмористик кисәләре менән бөрөләрҙе шатландырып тора. Фәүзиә Саттарова Данил Сәлиховтың “Ҡапсыҡтағы Мәхфиә”, Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән” әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе. Халыҡ шағирҙары М.Кәримдең, Н.Нәжмиҙең юбилейҙары айҡанлы мәктәп уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре менән рус һәм башҡорт телдәрендә алып барылған әҙәби-музыкаль композиция ҡуйҙы.

Театр уҡытыусыһы ҡалала тыуып үҫкән йәки төрлө райондарҙан уҡырға килгән йәш таланттарҙы тиҙ арала күреп үҙенә ылыҡтыра, уларҙа сәнғәткә һөйөү уята, тормошта дөрөҫ йүнәлеш бирә.

Тынғыһыҙ етәксе үҙе лә конкурстарҙа ҡатнаша. Ике йыл элек Салауат ҡалаһында уҙғарылған «Һүҙ ҡәҙере» исемле республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсында А. Хәмзиндың «Ҡыҫтыбый» һәм Марсель Сәлимовтың «Аҡ әбейҙең ҡара ҡайғыһы» исемле шиғырҙары менән сығыш яһап, «Намыҫ һәм дәрәжә өсөн» дипломына лайыҡ була. 2015 йылда Краснокама районы Николо-Березовка ауылында «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара халыҡ ижады әҙәби-поэтик фестиваль-конкурсында иһә «Тасуири уҡыусы-башҡарыусы» номинацияһында Гран-при яуланы.

Тәбиғәттән бирелгән талант менән үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләгәндә генә кеше уңышҡа өлгәшә. Фәүзиә апайҙың да тырыш хеҙмәте юғары баһалана.

Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: