Сурай ауыл китапханаһы эргәһендә биш йыл инде өсөнсө быуын вәкилдәре өсөн “Импульс” клубы әүҙем эшләй. Уның башланғыс маҡсаты ауыл кешеләре араһында ижади, әүҙем кешеләрҙе асыҡлау, аралашыу мөхите булдырыу, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү булды. Клуб составына ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, ҡартайырға ашыҡмаған 17 кеше инә.
Ваҡыт үтеү менән клуб йәмәғәт-социаль, сәнғәт-ижади, мәҙәни-күңел асыу һәм спорт-һауыҡтырыу йүнәлештәре буйынса эшләй башланы. Унда йөрөүселәр ауыл биләмәһе территорияһында үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, төрлө хәйриә акцияларында китапхананың төп ярҙамсыларына әйләнде. Улар үҙешсән сәнғәттә ҡатнаша, алыштырғыһыҙ аккомпаниатор, баянсы Юрий Яшкин менән “Сонарпыл” (“Йәйғор”) ансамблен төҙөнө.
Ирекмән йылында клуб ағзалары китапхананың көмөш волонтерҙары булды. Улар Сурай ауылының ветерандар ойошмаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы эшендә лә ҡулдарынан килгәнсә булыша. Ирекмәндәребеҙҙең тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына, инвалидтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы һәм хәйриә акцияларын ойоштороуҙа, ололарҙың өйөнә барыуҙа, Еңеү көнөн һәм юбилейҙар үткәреүҙә ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Әүҙем ирекмәндәребеҙ ҡатнашлығында байтаҡ саралар үткәрелде. Мәҫәлән, “Һалдат посылкаһы”, “Бергәләп ярҙам итәйек”, “Библиоҡараңғылыҡ-2018”, “Үҙ ағасыңды ултырт”, “Үлемһеҙ полк” акциялары, яҡташыбыҙ Р. Ялаева менән ижади осрашыу, “Ә күңел элеккесә йәш” оло быуын кешеләренең ижад фестивале, Совет армияһының — 100 һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 73 йыллығына арнап үткәрелгән әҙәбиәт-йыр кисәләре һәм башҡалар.
“Библиоҡараңғылыҡ” акцияһын үткәргәндә ирекмәндәр “Изгелек эшләргә ашығығыҙ” тип аталған ирекмәндәр мәктәбенә йыйылды. Улар ошо хәрәкәт тураһындағы положение һәм ауыл биләмәһенең Волонтерҙар хәрәкәте үҙәге эшенең планы менән танышты. Китапхананың көмөш ирекмәндәре китапханасы менән берлектә хәйриә эшмәкәрлегенең киләсәккә пландары һәм бурыстарын тикшерҙе, үҙҙәренең эмблемаһын булдырҙы. Ә Лев Толстойҙың: “Изгелеккә ышаныр өсөн уны эшләй башларға кәрәк” тигән һүҙҙәрен ауыл биләмәһе ирекмәндәр хәрәкәтенең девизы итеп алдылар.
Беҙ ирекмәндәребеҙгә оло йөрәкле, ныҡлы рухлы, йәш күңелле булып ҡала белгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, ижади уңыштар теләйбеҙ. Бөтә кеше лә үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ярҙамға мохтаждарға булыша алмай. Изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше генә ирекмән була ала.
Сурай ауыл китапханаһының баш китапханасыһы.