Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
28 Апрель 2018, 14:23

Балтаста Самауыр байрамы үтте

“Ак калфак” һәм “Сәхибжамал” татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәләренең райондағы бүлексәләре ойошторған “Самауыр яны — ғаилә йәне” тигән сарала райондың өлгөлө ғаиләләре һый-хөрмәтле, еҙ самауырлы табын артында осрашты. Милли йолалар, шул иҫәптән самауырлы табын артында осрашыуҙар, байрамдар ғаиләләрҙә үҙ-ара дуҫлыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йән өрә. Нәҡ ошо маҡсат менән саҡырылған туғыҙ ғаиләнең һәр береһенең үҙенсәлекле, өҫтөнлөклө яҡтарын, һәләттәрен, уңыштарын күрһәтеп, түргә сығарҙы байрамдың хужабикәләре — “Етегән шишмә” ансамбле ҡыҙҙары.

“Ак калфак” һәм “Сәхибжамал” татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәләренең райондағы бүлексәләре ойошторған “Самауыр яны — ғаилә йәне” тигән сарала райондың өлгөлө ғаиләләре һый-хөрмәтле, еҙ самауырлы табын артында осрашты. Милли йолалар, шул иҫәптән самауырлы табын артында осрашыуҙар, байрамдар ғаиләләрҙә үҙ-ара дуҫлыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йән өрә. Нәҡ ошо маҡсат менән саҡырылған туғыҙ ғаиләнең һәр береһенең үҙенсәлекле, өҫтөнлөклө яҡтарын, һәләттәрен, уңыштарын күрһәтеп, түргә сығарҙы байрамдың хужабикәләре — “Етегән шишмә” ансамбле ҡыҙҙары.

Айгиз, Айназ, Айзилә, Нурсилә, Инзилә, Айнур, Айгүзәл, Наҙгөл. Ниндәй матур исемдәр! 11 балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп үҫтереүсе, Рәсәй Президенты ҡулынан “Ата-әсә даны” миҙалы алыусы Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндарҙың әлеге ваҡытта “өйҙәге” балалары улар. Оло улдары Артур — Башҡорт дәүләт аграр университетында V курста, Альмир Өфө дәүләт нефть-техник университетында III курста уҡый. Оло ҡыҙҙары Элита үҙе әсәй, тормош иптәше менән Айһылыу һәм Айҙар исемле балалар үҫтерә. Хәйҙәршиндар — әүҙем ғаилә. Балалары араһында ла йырсылар, спортсылар, КВН-сылар, гармунсылар бар. Был юлы улар ҡунаҡтар иғтибарына Айгиз башҡарыуында татар халыҡ йыры “Зөләйха”ны тәҡдим итте.

Ғаиләләр эстафетаһын Түбән Һикеяҙ ауылынан Әҡбәровтар — колхоз рәйестәре династияһы вәкилдәре күтәреп алды. Тәүге колхоздың беренсе рәйесе Фәтхлисламдан башланғыс ала династия. Васфи, Айрат, Илдар Әҡбәровтар — был юлды лайыҡлы дауам итеүселәр.

Тормош иптәше Ринаттың һәм уның бер туғаны Муллаяндың гармун моңдарына ҡушылып Рәмзиә Әҡбәрова халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ейәне Данил шаян шиғыры менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Айгөл һәм Илдар Әҡбәровтар ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ менән һыйланы.

Нөркә ауылында 40 йыл бергә йырлы-моңло, татыу ғүмер кисерә Зөлфирә һәм Әҙһәм Кашаповтар. Зөлфирә апай гармун уйнап, икәүләп матур йыр башҡарҙылар.

Шишмә ауылынан Рәфисә Әхәтова һәм уның ҡоҙағыйҙары: Янаҡтайҙан Светлана Әхтәриева, Иҫке Балтастан Лилиә Нурисламова, Сәйтәктән татыу килендәштәр Нина, Раушания һәм Резеда Мөбәрәковаларҙың сығыштарында халҡыбыҙға хас күркәм ғаилә мөнәсәбәттәре күрһәтелде. Көмьязы ауылынан Илзирә һәм Шамил Ғиниәтуллиндарҙың ғаилә бишегендә биш бала “тирбәлә”. Кескенәләре Диананың дүрт кенә айлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, бик матур итеп, “Йомортҡа тәгәрәтеү” йолаһын һәм йыр әҙерләп килгән улар байрамға. Иҫке Тимкә ауылында бер өйҙә өс быуын вәкиле: Нурйынан апа, уның улы Рәдим, килене Рәзинә, һәләтле ейәнсәрҙәре Эльнара, Сөмбөл бер-береһенә оло хөрмәт һәм ярҙам күрһәтеп йәшәй. Халыҡ-ара һәм республика вокал конкурстары лауреаты Сөмбөл Солтанғәлиева атаһы Рәдимдең баян моңдарына ҡушылып “Гармунсы булсын ярың” йырын башҡарып, тамашасылар һөйөүен яуланы.

Штәнде ауылында йәшәүсе Зөлфә һәм Нәжип Әхмәтйәновтар — ғүмерҙәрен район мәғарифына бағышлаған хөрмәтле уҡытыусылар. Улдары Әлфрит һәм Дамир, ҡыҙҙары Рима һәм Зинфира, кейәүҙәре, килендәре — барыһы ла районда яуаплы урындарҙа эшләй. Зөлфә апай һуғыштан һуңғы йылдарҙа тол ҡатындарҙы бейетеп гармунда уйнарға өйрәнгән. “Әнкәй гармунына бейеү” тип аталды Әхмәтйәновтарҙың күмәк композицияһы.

Көнтүгеш ауылының йөҙөк ҡашы — йырлы-моңло, эшһөйәр, әүҙем Ғәлиндар ғаиләһе. Ауыл хужалығында эшләп, бөгөнгө көндә бал ҡорттары ҡарап, балаларына ярҙам итеп йәшәүсе Ким ағай, ғүмерен уҡытыусы эшенә бағышлаған Любина апай, Себер яҡтарында ла татар моңона тоғро булып ҡалған, бөгөн эстрада йондоҙҙары менән бергә сәхнәләрҙә балҡыған баянсы Руслан Ғәлинды үҫтергән оҫта йырсы һәм баянсыбыҙ, район сәхнәһе йондоҙо Фиғәт, әсәле-ҡыҙлы-ейәнсәрле сәхнәләребеҙгә йәм биреүсе Любина, Сулпан, Азалия, самауыр менән бейеп күңелдәрҙе әсир иткән килендәре Гөлсибәр, йырсы-бейеүсе килендәре Әдүсә һәм уның ейәнсәре Гөлназ... Ишле нәҫелдең, туғандарҙың берҙәм булып тормош көтөүендә, күмәкләшеп сәхнәләрҙә балҡыуында 37 йыл ҡәйнәһе Тәсҡиә апа менән татыу йәшәп, уның васыяттарына тоғро ҡалыусы Любина апайҙың роле ҙур. Тормош иптәше Ким ағай менән 41 йыл йырлы, емешле ғүмер итәләр. “Талҡан бешереү” йолаһы һәм туғанлыҡ тураһында дәртле халыҡ йырҙары менән тамамланы улар байрамды.

“Самауыр яны — ғаилә йәне” байрамын музыкаль яҡтан “Моң” халыҡ тальянсылар ансамбле биҙәне. “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙары республика ойошмаһы етәксеһе Люция Вафина ғаиләләргә һәм “Ак калфак” район татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Камилә Халиҡоваға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Рөстәм Вәлиев фотоһы.
Читайте нас: