Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Апрель 2018, 13:03

Бөрөлә “Библиотөн-2018” акцияһы үтте

Райондың биләмә-ара китапхана системаһының барлыҡ китапханалары “Китап тылсымы” темаһы буйынса “Библиотөн - 2018” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Райондың биләмә-ара китапхана системаһының барлыҡ китапханалары “Китап тылсымы” темаһы буйынса “Библиотөн - 2018” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Төрлө йәштәге китап уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле мауыҡтырғыс саралар программаһы әҙерләнгәйне. “Библиотөн - 2018”-ҙең балалар өсөн программаһы үҙ эсенә интерактив сараларҙы алған “Библиоҡараңғылыҡ - 2018” махсус проекты сиктәрендә үтте. Быйыл китап һөйөүселәр төрлө конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, викториналарҙа ҡатнашты, ҡыҙыҡлы презентациялар һәм фильмдар ҡараны, урындағы авторҙар, шағирҙар менән осрашты. Сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн барлыҡ китапханалар ҙа ҙур әҙерлек эше алып барҙы: тематик күргәҙмәләр ойошторолған, афишалар, белдереүҙәр, саҡырыу ҡағыҙҙары, китап-әйбер экспозициялары әҙерләнгән.

1-се китапханала И.С. Тургеневтың 200 йыллығына арналған әҙәби осрашыу үтте. Тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе Нина Рыбалконың сығышы бөйөк рус яҙыусыһының тормошонан ҡыҙыҡлы мәлдәр һәм презентациялар менән тулыландырылғайны. И.С. Тургеневтың ижады тураһында филолог Инна Ситникова һөйләне.

Баженов ауылы китапханаһындағы “Япония донъяһы йәки бункоға рәхим итегеҙ!” темаһына үткәрелгән “Библиотөн” дә ҡыҙыҡлы үтте. Китапханасы һоҡланғыс ил, уның халҡы тураһындағы факттар менән таныштырҙы. Мәғлүмәт уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты, улар иғтибар менән тыңланы һәм һорауҙар бирҙе.

4-се китапханала үткәрелгән “Ғаилә — күңел йыуанысы” темаһына рус һәм сит ил яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса театрлаштырылған микс та иҫтә ҡалырлыҡ булды. БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары тамашаның актерҙары булып сығыш яһаны.

Үҙәк биләмә-ара балалар китапханаһы уйын формаһында “Йәшәгән, ти, әкиәттә…” ҡурсаҡ спектаклен әҙерләгәйне. Балаларға ҡунаҡҡа ирекмәндәр-аниматорҙар килде. Малайҙар һәм ҡыҙҙар рәхәтләнеп бейене, йырланы, күмәк уйындарҙа, викторинала ҡатнашты. “Инглиз телен өйрәнәбеҙ һәм күңелле уйнайбыҙ” ғаилә байрамы барыһына ла бик оҡшаны. Уларға инглизсә ҡыҙыҡлы уйындар тәҡдим ителде.

Үҙәк биләмә-ара китапханала уҡыусылар өсөн биш майҙансыҡ әҙерләнгәйне. Байрам ҡунаҡтарын бүләктәр, ҡыҙыҡлы конкурстар, мауыҡтырғыс уйындар көттө. “Тылсымсылар ҡайҙан?” сараһына өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан балалар килде. Икенсе майҙансыҡта — шахмат турниры, “Хобби-ленд” тип аталған өсөнсөһөндә ҡул эше буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Дүртенсе майҙансыҡта китапханасылар күрәҙәселәр ролендә билдәле әҙәби әҫәрҙәр ярҙамында күрәҙәлек итте. Уҡыу залында классиканы яратыусылар И. Тургенев юбилейына әҙәби-музыкаль композицияға йыйылды. Кис буйына импровизацияланған фотосалон, “Төнгө уҡыусы” акцияһы эшләне. “Библиотөн-2018”-ҙә китапханаға яңы 12 уҡыусы яҙылды.

2-се китапхана Бөтә Рәсәй акцияһына тәүге тапҡыр БДУ-ның Бөрө филиалы социаль-гуманитар факультеты ирекмәндәрен йәлеп итте. Уларға иң ҡыйыу һәм креатив уй-фекерҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ бирелде. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичеваға арналған “Бабич нәҫеле йондоҙо” кисәһе йомғаҡлау сараһы булды.

Акцияла бөтәһе 95 сара үткәрелеп, уларҙа 200-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Байрам китапхананың йәштәр һәм оло быуын өсөн ял итеү, аралашыу үҙәге булараҡ мөһимлеген, кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.

Зөлфирә Хәбирова, китапхана хеҙмәткәре.
Читайте нас: