23 апрелдән 20 майға тиклем Бөйөк Еңеү көнөнөң 73 йыллығына илдең 100-ҙән ашыу тораҡ пунктында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған Бөтә Рәсәй фильмдар показы үтә.
Уның программаһына «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Өс хат» фильмы (режиссер Руслан Юлтаев, сценарист Дамир Йосопов, оператор Рафаил Сарваев) ингән. Ул 2017 йылда «Киноға тәнәфес» кинофестивалендә Гран-при яуланы.
Бөтә Рәсәй фильмдар показын ойоштороусы – «Быуындар күпере» халыҡҡа социаль ярҙам итеү фонды. Сара граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын файҙаланып, «Һуғышҡа тәнәфес» йәштәр проекты сиктәрендә ойошторола.
Сараларҙың маҡсаты — Рәсәй йәштәренә һуғыш фажиғәһе хаҡында һәм улар бөгөн тик экран аша ғына күҙәткән шул ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы үтеп сыҡҡан кешеләр тураһында хәтергә төшөрөү. Бөтә картиналар — «Киноға тәнәфес» Бөйөк Ватан һуғышы тураһында киноларҙың ҡыҫҡа метражлы кино фестивале лауреаттары.
http://www.bashinform.ru/news/1145478-film-kinostudii-bashkortostan-pokazhut-v-100-gorodakh-rossii-/