Өфө ҡалаһының Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Башҡортостандың тарихи биттәре» фестиваль-марафон сиктәрендә Асҡын районы сығыш яһаны.
Байрамдың тантаналы өлөшө башланғансы тамашаға килеүсе яҡташтарыбыҙға һәм башҡа ҡунаҡтарға муниципалитеттың мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһенең тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған һәм киләсәген күҙаллаған бай йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим ителде. Ошонда уҡ ҡунаҡтар республикабыҙға нигеҙ һалыуҙа, артабан үҫтереүҙә ҙур урын тотҡан тарихи шәхестәр, күренекле яҡташтарыбыҙ тураһында дөйөм мәғлүмәт менән таныша алды.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Урмияҙ ағинәйҙәре тырышлығы менән әҙерләнгән милли аш-һыу өҫтәле эргәһенән дә кеше өҙөлмәне. Район мәғариф бүлеге, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Балалар ижады үҙәге, музей, район китапханаһы коллективтары әҙерләгән үҙенсәлекле экспозициялар ҙа барыһын да һоҡландырҙы һәм рухландырҙы. Кәрзиндәр үреүсе Виктор Бычин, кейеҙ баҫыу һәм йөндән күҙ яуын алырлыҡ картиналар эшләүсе Фәридә апай менән ағас эше оҫтаһы Ғәйнетдин ағай Хөснөтдиновтар, туҙҙан картиналар яһаусы Гөлһөйәр Сәғитованың ҡул эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Танып” шифаханаһы, тәжрибәле умартасы Марат Шәйбәков, “Спутник” ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙәре етештергән продукцияны алып килгәйне.
Фестиваль-марафондың икенсе өлөшөндә бай йөкмәткеле концерт ҡарап, тамашасылар Асҡын еренең таланттарға ифрат бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инанды. Байрамда яҡташыбыҙ, ғалим һәм яҙыусы, педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, күренекле йырсыларыбыҙ Марат Шәйбәков, Сулпан Ғафуръянова, Вилдан Абраров, Нәфис Ниғәмәев сығыш яһаны. Яҡташтарҙы осраштырып, дуҫлыҡ-туғанлыҡ тойғоларын нығытҡан йыйыныбыҙ район Мәҙәниәт йорто артистарының һәм үҙешсән сәнғәт һөйөүселәренең дәртле, рухлы сығыштары менән үрелеп барҙы.
Байрамды Илсур Ғилфанов менән Айгөл Барыева алып барҙы.