27 мартта БДУ-ның Бөрө филиалында күренекле башҡорт әҙибәһе Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтә. Уның сиктәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Һәҙиә» шиғри театры премьераһы була. Сарала яҙыусының бюсына сәскәләр һалыу, музейына һәм уҡыу йорто картиналар галереяһына экскурсия ҡаралған.