Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
22 Март 2018, 11:49

Журналистар «Һылыуҡай-2018» матурлыҡ конкурсында «Матбуғат сибәре»н һайланы

Өфөлә республика баҫмалары журналистары «Һылыуҡай-2018» республика телевизион гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыусылар менән осрашты. «Азимут» отеленең конференциялар залына 12 ҡыҙ, жюри ағзалары, бағыусыларҙың вәкилдәре йыйылды. Матбуғат конференцияһында журналистар «Матбуғат сибәре» өсөн тауыш бирҙе.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре һәм бөтә номинацияларҙа еңеүселәрҙең исемдәре 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителә. Иң сибәр башҡорт ҡыҙына таж һәм төп бүләк — «Лада Гранта» автомобиле асҡысы тапшырыла.

«Беҙ финалдың шоу кеүек үтеүен теләр инек, донъялағы матурлыҡ конкурстары һәм «Рәсәй һылыуҡайы» бөтә Рәсәй конкурсы кеүек үк, этаптарҙың бер өлөшөн финалдан тыш ойошторҙоҡ, — тип хәбәр итте «Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова. — Төп этаптарҙың береһе — мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре менән аралашыу айырым уҙҙы».

Конкурста Өфө, Мәскәү ҡалаларынан, Әлшәй, Ауырғазы, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрйән, Ейәнсура, Ҡыйғы, Көйөргәҙе райондарынан 16-24 йәшлек һылыуҙар ҡатнаша. Араларында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөгән ҡыҙҙар ҙа бар. Улар киләсәктә үҙҙәрен эколог, уҡытыусы, табип һәм хатта ресторатор итеп күрә.

Бәйге 21 февралдә башланды һәм бер ай эсендә ҡыҙҙар Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Республика перинаталь үҙәгендә булып, оҫталыҡ дәрестәре алып ҡына түгел, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөрҙө. Иң иҫтә ҡалғаны бассейнда һыу аҫтында һәм ҡышҡы тауҙарҙа фотоға төшөү булған.

«Миңә перинаталь үҙәктә бик оҡшаны, сөнки беҙ унда балалар өсөн гимнастика яһарға өйрәндек», — тине Азалия Заһитова.
Читайте нас: