Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
22 Март 2018, 14:30

Борайҙар семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләп ҡаршыланы

Борай башҡорт автономиялы кантоны тарихына арналған фәнни-ғәмәли семинар район Мәҙәниәт йортонда башланды.

Борай башҡорт автономиялы кантоны тарихына арналған фәнни-ғәмәли семинар район Мәҙәниәт йортонда башланды. Сарала ҡатнашыусы 73 кешене — ғалимдарҙы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, Бөрө район-ара берләшмәһенә ингән ҡоролтай рәйестәрен һәм уларҙың урынбаҫарҙарын, уҡытыусыларҙы, яҙыусыларҙы, журналистарҙы райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы, урындағы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Илгиз Харисов сәләмләне. Шулай уҡ борайҙар ҡунаҡтарға сағыу концерт номерҙары ла әҙерләгәйне.
Читайте нас: