Бөгөн, 22 мартта, Борай районы үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы һәм Борай башҡорт автономиялы кантоны ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк фәнни-ғәмәли семинар башланды. Унда республикабыҙҙың билдәле тарихсылары, яҙыусылары сығыш яһай. Семинарҙа Асҡын районынан “Йәнтөйәк” төбәк гәзите мөхәррире Наилә Имаева, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ғәниева, уҡытыусылар Фәйрүзә Фазлинурова , Гөлфирә Ғәлимова (Асҡын 1-се мәктәбе), Эльвира Лотфуллина (Петропавловка мәктәбе), Илүзә Ахунова (Асҡын 2-се мәктәбе), Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов, тыуған яҡты өйрәнеүсе Йәрис Зәйдуллин ҡатнаша.